Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Электрон тәмәкенән 11 йәшлек ҡыҙ һәләк булған

Ҡот осҡос хәл Мәскәү өлкәһендә теркәлә. Билдәле булыуынса, мәктәп уҡыусыһы әхирәтен ҡунаҡҡа саҡыра. Был ваҡытта ҡыҙҙың әсәһе эшкә китә, ә атаһы бөтөнләй булмай. Үҙҙәре генә ҡалған ике дуҫ "ололарса" ял итергә ҡарар итә. Бер ваҡыт ҡыҙҙың әхирәте йоҡлап китә, ә уянғанында кескәй хужабикә йән биргән була... Фажиғә урынында төпсөктәр, зажигалка һәм электрон тәмәке табыла. Тикшереүселәр хәбәр итеүенсә, үлем сәбәбе - никотин менән ағыуланыу, үпкә спазмы һәм миокард инфаркты. Былар барыһы ла бер үк ваҡытта барлыҡҡа килә... Үҫмерҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙ менән тәмәке, алкоголдең ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында әңгәмәләр алып барығыҙ. Шулай уҡ ғәзиздәрегеҙҙең кемдәр менән дуҫ булыуы, ниндәй компанияла йөрөүе тураһында ҡыҙыҡһынып тороғоҙ. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар тиҙәр бит... Фото: социаль селтәрҙәр.