Башҡортостандағы иҫке йорттарҙы һүтеүҙә биләмәләрҙең комплекслы үҫеше механизмы ярҙам итергә мөмкин. Ошо хаҡта һүҙ 16 октябрҙә төбәк Башлығы Радий Хәбиров алып барған сираттағы “Төҙөлөш сәғәте”ндә барҙы. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов быйыл октябргә биләмәләрҙең комплекслы үҫеше механизмы буйынса төбәктә ун килешеүгә ҡул ҡуйылыуы тураһында һөйләне. Һүҙ Өфөләге, Нефтекамалағы, Туймазылағы һәм Шишмәләге 40 мең квадрат метр авариялы торлаҡты күсереү хаҡында бара. Алдағы ярты йылда тағы ошондай килешеүҙәрҙе әҙерләүҙе планлаштыралар. Һөҙөмтәлә Өфөләге, Нефтекамалағы, Стәрлетамаҡтағы, Благовещендағы, Белореттағы һәм Шишмәләге 55 мең квадрат метр майҙанды күсереп буласаҡ. Башҡортостанда барлығы 392 мең квадрат метр майҙандағы 842 өй авариялы тип танылған. Уларҙан 565 өйҙө 2024 – 2030 йылдарға граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаға индерелгән. Кәңәшмәлә һүҙ шулай уҡ республикала социаль объекттар төҙөлөш тураһында булды. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшовтың әйтеүенсә, быйыл 13 социаль объект, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт һәм медицина ойошмалары сафҡа ингән. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184335.html