Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 14-енән 20 октябргә тиклем Һөт биҙе яман шеше менән көрәш көнө аҙнаһы үткәрә. Һөт биҙе яман шеше - Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла киң таралған онкология сирҙәренең береһе. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ, был сир менән ир-аттың да ауырыуы мөмкин. Сир осраҡтарының бер процент самаһы тап улар иҫәбенә тап килә. Хәүеф төркөмөнә бер тапҡыр ҙа бала тапмаған ҡатындар, күремдәре иртә башланған йәки климакс осоро һуң килгән ҡатын-ҡыҙ ҡарай. Һөт биҙе үҫешенең төп факторҙары: яҡын туғандарҙа һөт биҙе яман шешенең булыуы; бала тапмау; күремдең 12 йәшкә тиклем килеүе; артыҡ ауырлыҡ; оҙаҡ ваҡыт эстроген гормондары ҡабул итеү; эскелек менән мауығыу; зарарлы ғәҙәттәр; гинекология сирҙәре; һөт биҙҙәренең йәрәхәтләнеүе. Хәҙерге ваҡытта был сирҙе диагностикалауҙың бер нисә ысулы бар. Төп ысул – маммография, диагностиканың “алтын стандарты”. Ул скрининг программаһына инә. 40 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙға маммографияны ике йылға бер тапҡыр 75 йәшкә еткәнсе үтеү тәҡдим ителә. 35 йәшкә