Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дмитрий Черенков идаралыҡ етәксеһе тиеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль бәйләнештәр буйынса идаралығы етәксеһе итеп Дмитрий Черенков тәғәйенләнде. Белешмә. Дмитрий Анатольевич Черенков 1978 йылдың 27 мартында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Урал дәүләт иҡтисад университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда башлаған, коммерция структураларында эшләгән. 2005 – 2008 йылдарҙа Республика мотлаҡ страховка фондының әүҙәүсе белгесе, компьютерлаштырыу һәм программалаштырыу бүлегенең баш белгесе, өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү буйынса баш белгес, компьютерлаштырыу һәм программалаштырыу бүлегенең мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса баш белгесе. 2008 – 2012 йылдарҙа – мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе, Төбәк үҫеш банкы Хәүефһеҙлек идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе. 2012 – 2024 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән эш итеү буйынса бүлектең баш кәңәшсеһе, баш консультанты, кәңәшсеһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль бәйләнештәр буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены менән наградланған. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184336.html