“Бәйләнештә”ге сәхифәһендә төрлө аш-һыу серҙәре менән ихлас уртаҡлашып барған Айгөл Иҙрисова еңел генә ҡамыр рецепттары менән уртаҡлашты. “Берәй төрлө ризыҡты диуарыма ҡуйһам, рецепт һорай башлайҙар. Интернет тулы рецепт тип кире ҡаҡһам да, бер ни ҙә түгел инде. Тик кеше һинеке һымаҡты бешергеһе килә икән, ниңә йәлләп торорға ти, әлбиттә, бүлешәм. Арыу ғына йылдар төрлө пекарняларҙа эшләгәс, миндә ниндәй генә рецепт юҡ инде. Дәфтәр-блокноттар тулы төрлө бәлеш, пицца, ваҡ бәлеш өсөн ҡамыр, эслектәр теҙмәһе... Сөсө ҡамыр өсөн 1 процентлы кефир (ҡуйыһы булһа ла зыян булмаҫ), 1 йомортҡа, сода, тоҙ, “Пышка”, “Щедрое лето” маргарины йәки ауыл майы, ҡаймағы ла бик ярап тора... һәм 1 сәй ҡалағы ҡоро дрожжи ҡушам мин. Оҙаҡлап әсетеп ултыртмайым. Ҡамырҙы баҫам да, эслеген рәтләп бөткәнсе өлгөрөп тә етә. Ҡабаҡ, картуф, тауыҡ бәлештәренә, өсмөйөштәргә ошо ҡамыр бик уңайлы. Әйтәйек, күп итеп бешерер өсөн 1 кг онға 1 ҡап “Пышка” маргарины, 1-2 йомортҡа, 1 стакан кефир, самалап тоҙ, сода йәки ҡамыр ҡ