Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ контракт хеҙмәте өсөн түләүҙе ике тапҡырға арттырҙы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән ил граждандары бер тапҡыр түләнә торған 400 мең һум аласаҡ. Федераль түләүҙәрҙән тыш, Башҡортостан халҡына 505 мең һум, ә стәрлетамаҡтар өсөн етәкселектән 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Контракт төҙөгәндә ҡаланың ҡайһы бер предприятиелары хеҙмәткәрҙәре лә өҫтәмә түләүҙәрҙе алыуы мөмкин. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе айына 210 мең һумдан ашыу эш хаҡы аласаҡ, ә дошман техникаһын юҡ иткән өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараһы ҡаралған. Шуны билдәләп үтәйек: Стәрлетамаҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 1 миллион 720 мең һум тәшкил итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты номерҙары буйынса алырға мөмкин: 8 (917) 462 89-17 йәки 8 (3473) 20-61-51. Фото:mgazeta.com