Найти тему
Башҡортостан гәзите

Минең ҡәйнәм “современный” ул!

Эльвира һәм Илнур Мусиндарҙың ҙур йорт ҡапҡаһын асып инеү менән ихаталағы техникаға күҙ төшә, “Беларусь” тракторы, машина, арбалар... Хәҙер ауыл ерендә уларһыҙ донъя көтөүе ауыр, ир-аттың уң ҡулы шул техника. Аҙбар тулы мал тыуар, ҡош-ҡорт. Ярып өйөлгән тауҙай утынды күреп, хужаның ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек менән инеүен, оло ғаиләһен хәстәрләүен тойҙоҡ. Был йәмле йортта йәшәгән Мусиндар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Хәҙер инде “ҡошсоҡтары”, бер-бер артлы ҡанатттарын нығытып, тыуған йорттан сит тарафтарға таралыша бара. Ҡыҙҙары Лилиә Яр Саллыла шәфҡәт туташы булып эшләй, инде үҙенең өс йәшлек ҡыҙы бар. Һеңлеһе Илһөйәр ҙә ошо уҡ ҡалала бәхетен табып, донъя көтә, алты айлыҡ сабыйын үҫтерә. Мусиндарҙың улдары Илсаф Ҡоҙаш мәктәбендә 7-се, ҡыҙҙары Дилбәр 3-сө класта уҡый, ә төпсөктәре Динара балалар баҡсаһына йөрөй. – Бик иртә, 16 йәштә, кейәүгә сыҡтым. Бына тигән ғаиләгә барып юлыҡтым. Ҡәйнәм оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләне. Ирем – колхозда тракторсы. Хәҙер инде ҡәйнәм Гөлнәфиҙә менән ҡайным Нәсимйәндең төп йортонда бергә йәшәүебеҙгә ике тиҫтә йыл булып китте. Һис көтмәгәндә килеп тыуған бәлә-ҡаза беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, – тип Эльвира бынан байтаҡ йылдар элек ҙур көс һалып төҙөп ингән яңы йорттарында ут сығып, урамда ҡалыуҙары, ҡәйнә менән ҡайнының үҙҙәренә һыйындырыуҙары тураһында һөйләне. – Шул көндән алып бергә йәшәйбеҙ. Минең ҡәйнәм бик “современный” ул, күрерһегеҙ әле!- тип өйгә саҡырҙы хужабикә. Ысынлап та, Гөлнәфиҙә ханым бик асыҡ сырайлы, күркәм, яҡты йөҙлө өләсәй булып сыҡты. Эльвираның “ҡәйнәмдән уңдым” тип әйтеүе раҫ икән. Был ҡәҙәре балаларҙы тәрбиәләп үҫтереүҙә, хужалыҡты алып барыуҙа, мал-тыуар аҫрауҙа уның ярҙамынан башҡа мөмкин булмағандыр. Килендең ҡәйнәһе тураһында “современный ул!” тигән маҡтау һүҙҙәренә бик күп төшөнсәләр инеүен яҡшы аңланыҡ: миһырбанлы, хәлеңде аңлаусан, ярҙамсыл, киң күңелле, уңған, ҡыҙыҡһыныусан... – Ауылға газ үткәрелһә, байтаҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотолор инек тә бит, – ти Эльвира, – Әлегә утын ҡырҡып, мейескә яғырға тура килә. Вәғәҙә итәләр итеүен. Тәтешле урман хужалығына ғариза яҙып, диләнкә алып, утын әҙерләйбеҙ. Күп балалы ғаилә булараҡ, дәүләт ярҙамынан файҙаланабыҙ. Әсәлек капиталын балаларҙы уҡытыуға һаҡлап тотабыҙ. Күп балалы ғаиләләргә ер өсөн тәғәйенләнгән 250 мең һумлыҡ сертификат алдыҡ. Барыһынан да элек әсә хеҙмәтен лайыҡлы баһалап, тәрбиәле балалар үҫтергәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән наградлауҙары өсөн рәхмәт әйтә ул. – Көтөп алған 8 Март байрамында икеләтә шатлыҡ кисерҙем. Ҙур сәхнәгә сығып, етәкселәр ҡулынан миҙал алыу ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Балалар үҫтергән саҡтағы йоҡоһоҙ төндәр ҙә, ауырыуҙар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә онотолдо, арыу-талыуҙар ҙа һыпырып алғандай булды. Өҫтәүенә иҫ киткес йөкмәткеле концерт күрһәтеп һөйөндөрҙөләр, дәртләнеп, яңы көс йыйып ҡайттым кисәнән. Ауыл ҡатынына бындай ял гел генә эләгеп тормай ул. 50 мең һумлыҡ матди ярҙамы ла булды. 16 йәштән мәшәҡәттәрҙе, бурыстарҙы бүлешеп, бер-беребеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып йәшәгән ҡәйнәмә икеләтә рәхмәтлемен инде, иҫән-һау булып, оҙайлы ғүмер кисерергә яҙһын тип теләйем. Өс быуын кешеләре ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡ һәм берҙәмлектә йәшәгән оло йорттан беҙ ҙә ҙур дәрт-дарман алып сыҡтыҡ. Тайғанда таяныс,һынауҙар килгәндә йыуаныс булырлыҡ ғаиләң булыуы үҙе ниндәй бәхет! Тәтешле районы, Беренсе Яңауыл ауылы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.