Непалда Дхаулагири тауына менгән саҡта биш Рәсәй альпинисы һәләк булды. Улар 6 октябрҙә үк юғалған һәм кисә уларҙың кәүҙәләре табылған. Ләкин упҡынға осоп төшкән кәүҙәләрҙе сығарыу бик ауыр һәм уларҙың мәңгегә тау ҡуйынында ятып ҡалыуы ихтимал... Был хәл күптәрҙе тетрәндерҙе. Шул иҫәптән, билдәле блогер, аяҡһыҙ ҡалһа ла, ҡулында донъяның ҙур бейеклектәрен яулаған Рөстәм Нәбиевте лә. Ул социаль селтәрҙә был турала фекерҙәрен уртаҡлашты һәм башҡаса тауҙарға менмәйәсәген әйтте. “Йыһан мине ярата һәм билдәләр ебәрә: Рөстәм, етәр ти. Ошо ваҡытҡа тиклем мин Эверест тауын яулайым тигән уй менән янып йәшәнем. Ә хәҙер аңлауымса, был миңә кәрәкмәй ҙә икән. Ныҡ арыным. Үҙемде һаҡларға кәрәк. Яҡындарым минең хәстәремә мохтаж. Сафия ҡыҙым һуңғы ваҡытта йыш ҡына, атайымдың иғтибары етмәй, ти. Был да минең өсөн билдә. Тимәк, иғтибарҙы башҡа, янымдағы нәмәләргә йүнәлтергә кәрәк. Тауҙар арҡаһында мин һәм һеҙ кешенең сикһеҙ мөмкинлектәре тураһында белдегеҙ. Минең юғары бейеклектәргә артылыуҙарым күптәрҙ