Сараның эшлекле өлөшө тамамланғас, форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Өфөләге иң боронғо, бай тарихлы, баскетбол өсөн иң шәп майҙандарҙың береһе булған “Динамо” аренаһында осрашасаҡ. Өфө паркетында бер юлы Рәсәй спорты легендалары, Олимпия уйындары, донъя, Европа, ил чемпиондары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре йыйыласаҡ. Баскетболсылар – Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаусы, Европа чемпионы, Милли баскетбол ассоциацияһының “йондоҙ”ҙар матчында ҡатнашыусы Андрей Кириленко, Евролигала өс тапҡыр еңеүсе, Европа кубогын яулаусы Алексей Саврасенко, Олимпия уйындарында 3х3 баскетболы буйынса көмөш миҙал хужаһы, шулай уҡ исемдәре спорт һөйөүселәргә яҡшы таныш – Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы буйынса ике тапҡыр чемпион булған Светлана Хоркина, Олимпия уйындарында грек-рим көрәше буйынса ике тапҡыр алтын миҙал яулаған Роман Власов һәм башҡалар “йондоҙ”ҙар командаһы исеменән ҡатнашасаҡ. Улар араһында Башҡортостандан спортсыбыҙ – Олимпия уйындарында биатлон буйынса призл