Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күмертау заводы ярҙам алды

Башҡортостан компанияһы тарафынан тәҡдим ителгән “Нефть, газ һәм һыуҙы әҙерләү мобиль ҡоролмалары составына ингән төрлө тәғәйенләнештәге блоктар етештереүҙе модернизациялау” инвестиция проекты “Үҫеш проекттары” федераль программаһы буйынса 940 миллион һумлыҡ заем күләмендә хупланды. “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2017 йылда нефть машиналар эшләү заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне. Предприятиеның төп йүнәлеше – металл цистерналар, резервуарҙар, һауыттар етештереү. - Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 1,57 миллиардтан ашыу күләмдә һалым керемен, 400 яңы эш урынын күҙаллай. Республика иҡтисадына 1,195 миллиард һумдан ашыу дөйөм өлөш инеүе фаразлана. Бынан тыш, проектты тормошҡа ашырыу барышында интеллектуаль милек объекты буйынса заявка теркәләсәк, йәғни “Нефтте әҙерләү моноблогы” сәнәғәт өлгөһө. Проекттың маҡсаты – продукция сығарыуҙы ике тапҡырға арттырыу, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Бөгөн предприятиеның производство майҙансығында төҙөлөш-монтаж эштәре бара.Проектты тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә производство майҙансыҡтары милеккә алынған. - Сәнәғәт үҫеше фонды һәм “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән ймғиәте араһында сифатлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Фонд ярҙам иткән өсөнсө инвестиция проекты был. Тәүге тапҡыр льготалы заем 2021 йылда “Көрсөккә ҡаршы саралар” фондының үҙенең программаһы буйынса хупланды. 2022 йылда фонд ярҙамы менән “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль фонды программаһы буйынса финансланды, – тине Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды генераль директоры Әнүәр Кәримов Был эштәр "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу" милли проекты (национальный проект “Повышение производительности труда и поддержка занятости”) сиктәрендә бара. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.