Республикабыҙҙың үҙмәшғүлдәре ҡул оҫталары өсөн ойошторолған “Иван һәм Марья” фестивалендә ҡатнаша ала. Ул 16 – 20 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк. Ҡул оҫталары фестивале – милли колоритлы уникаль сара. Проект традицион шөғөлдәрҙе, һөнәрҙәрҙе һаҡлауға, тергеҙеүгә, популярлаштырыуға, ватан етештереүселәренә булышлыҡ ҡылыуға йүнәлтелгән. Екатеринбургтың бер майҙансығына барлыҡ илдән йөҙҙәрсә оҫта йыйыласаҡ. Беҙҙең һөнәрмәндәр республиканың коллектив стендына үҙ эшләнмәләрен ҡуйыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. “Үҙмәшғүлдәр, күргәҙмәлә ҡатнашып, тауарҙарын, хеҙмәттәрен күрһәтә, шулай уҡ яңы эшлекле бәйләнештәр булдыра, клиент базаһын киңәйтә ала. “Минең бизнесым” үҙәге уларға шундай мөмкинлек аса. Теркәлеү, стендтарҙы биҙәү, майҙанға ҡуртым хаҡы сығымдарын ошо үҙәк ҡаплаясаҡ”, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Ҡул оҫталарына, һөнәрмәндәргә ярҙам саралары тураһында консультацияны Халыҡ-художество кәсептәре үҙәгенең “ҡыҙыу бәйләнеш” те