Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы киңлек асылды

Нефтекамала “Ҡурайҙың ете тажы” тип аталған яңы йәмәғәт киңлеге асылды. Ул Юбилей проспекты буйлап урынлашҡан. Ҡалала ғаилә һәм дуҫтар менән ял итер өсөн матур һәм уңайлы урын “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Юбилей проспектының башын – Социалистик урамынан Төҙөүселәр урамына тиклемге өлөшөн төҙөкләндереү проекты – ҡала халҡының башланғысы. Былтыр ул “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләренә тауыш биреүҙә еңеп сыҡты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һайланған биләмә үҙенсәлекле төҫ алды. Исемен аҡлап, сквер ете тематик зонаға бүленде. Төҙөүселәр плитә түшәгән, асфальтлы участкаларҙы тәртипкә килтергән, яҡтыртҡыстар ҡуйған, авария хәлендәге тирәктәрҙе йыҡҡан, газон сәскән, эскәмйәләр һәм урналар, бәүелсәктәр һәм япмалар урынлаштырған. Проектың йөҙөк ҡашы – һыу композициялы яҡтылыҡ динамикалы фонтан. Был урын ҡала халҡының кистәрен яратҡан урынына әйләнер тип көтөлә. “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә биләмәлә “Башҡорт” аллеяһына нигеҙ һалынған. Аллея һәм яңы йәмәғәт киңлегенең асылыуы – Нефтекама өсөн мөһим ваҡиға. Кешеләр тәбиғәттә ял итә, бер-береһе менән аралаша һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнаша алырлыҡ урын булдырыуға тағы бер аҙым. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.