Муллабаев Сөләймән Миңлеғужа улы (10 октябрь 1924 йыл — 20 апрель 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, уҡытыусы. 1957 йылдан КПСС, 1979 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы) Иҫке Юлдаш ауылында тыуған. 1940 йылда ауылдарында ете йыллыҡ мәктәп тамамлай. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йыл ҡаты яраланып, оҙаҡ ҡына госпиталдәрҙә дауалана. 1944 йылда демоблизациялана. 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1]. 1954 йылдан Аҡболаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1972 йыл Башҡорт дәүләт университетын (ситтән тороп) тамамлай. 1973 йылда «РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 1979 йылдан СССР Я