Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аталы-уллы бер юлдан бара

Боронғо замандарҙан уҡ ер-һыуыңды һаҡлау, Ватан һаҡсыһы булыу иң дәрәжәле, абруйлы ғәмәлдәрҙән һаналған. Ир-егеттәр өсөн унан да изгерәк бурыс юҡтыр. Шуға күрә махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләктәре менән яу яланына ашыҡҡан, күңел ҡушыуы буйынса контракт төҙөгән яугирҙәрҙең күплегенә ғәжәпләнәһе лә түгелдер. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгәндәр өсөн Ватан ата-әсә йортонан башлана. Тәтешле районында йәшәгән Нуруллиндар ғаиләһе өсөн дә тыуып үҫкән ерҙе һаҡлау күптән ата-бабалар йолаһына әүерелгән. Бейек, күркәм йорттоң ҡапҡаһынан ҡаршыларға сыҡҡан Рима ханымдың йөҙөндә тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ менән бергә уйсанлыҡ, һағыш – юҡһыныу күләгәһе лә ята. Аҙ һүҙле, кисерештәрен күңеленә йәшерергә күнеккән әсәне аңларға була. Бына дүрт йыл инде 24 йәшлек Нияз улы хәрби хеҙмәттә, ә кинйәһе Айназ армиянан ҡайтыу менән Себер тарафтарына эшкә киткән. Тормош иптәше Рәзифтең махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китеүе, йөрәккә йәнә ут һалып, ғорурлыҡ тойғоларынан тыш, борсолоу- хәүефләнеүҙе лә арттырған. Хәҙер өйҙә һигеҙ айлыҡ ейәне Мирастан башҡа ир заты юҡ. Нияздың ҡатыны Лилиә лә ошо оло өйҙә ҡәйнәһе менән донъя көтә. Һөнәре буйынса ул – фармацевт. Әле кескәй улы менән декрет ялында. Йәш әсә ҙур өмөттәр, сикһеҙ мөмкинлектәр һәм ынтылыштар тулы йәшлек йылдары, тормош иптәше менән тәүге танышыу хистәре тураһында берсә тулҡынланып, берсә юҡһынып һөйләне лә һөйләне. Ҡәйнәһе Рима менән ҡайныһы Рәзиф – ғүмерҙәрен ауыл хужалығын үҫтереүгә биргән хеҙмәт кешеләре. Улдарының икеһе лә бәләкәйҙән хоккей, футбол уйнарға яратҡан, Ҡашҡаҡ һәм Шулған мәктәптәрендә уҡыған йылдарында барлыҡ мәҙәни һәм спорт саралары ошо дәртле, йылғыр, тынғыһыҙ малайҙарҙан башҡа үтмәгән. Айназ үҫмер көйөнә Нефтекама нефть колледжында белем ала, диплом алғандан һуң Волгоград өлкәһендә армия хеҙмәтен үтә. Егеттәрҙең икеһе лә асыҡ күңелле, ярҙамсыл, итәғәтле булып үҫә. Ағалы-ҡустылы туғандар бәләкәйҙән ат йәнле булыуҙары менән айырыла, малҡайҙарҙы иркәләргә, тәрбиәләргә ярата. Аталары малайҙарына ҡолон алып биргәс, шатлыҡтарының сиге булмай. Һыбай йөрөү үҫмер өсөн романтика ғына түгел, ә күңелгә ял да, тоғро дуҫҡа эйә булыу ҙа, өлгөргәнлек осорона аяҡ баҫыу ҙа тигән һүҙ. Айназдың йән эйәһен яратып, уны прәник-печенье, алма, сохарый менән һыйлағанын әсәһе Рима ханым әле лә яҡшы хәтерләй. “Иркә”һе менән Ҡашҡаҡтың тирә-яғын айҡап йөрөргә, тәбиғәт ҡосағында булырға ярата. Ҡустыһының аттарға мөккиббән китеп, уларҙы ихлас тәрбиәләгәнен күреп, махсус хәрби операция зонаһынан отпускыға ҡайтҡан ағаһы Нияз уға тағы өс ат алып бирә! Бына шундай берҙәмлектә, яҡынлыҡта, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй туғандар! 14 йәшендә Айназ тәү тапҡыр ат сабышында ҡатнашырға тәүәкәлләй. Район һабантуйында “Иркә” менән яулаған тәүге еңеү уны ҡанатландырып, ниәттәрен көсәйтеп ебәрә. Хатта күрше райондарҙа ойошторолған ярыштарҙа призлы урындар ала башлай. Ныҡышмаллыҡ, тәүәкәллек уны 2019 йылда Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында үткәрелгән ”Терра Башкирия” XI республика ат- спорт турнирына алып килә һәм егет ниәтенә ирешә – Айназ – ярыштың бронза призеры! 2020 йыл тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға килтерә – беренсе урын Тәтешле егетендә! Һыбайлының эске торошон, уның яратыу тойғоһон, хәстәрлеген мал да яҡшы һиҙә, үҙ итә торғандыр, күрәһең. Ауылдаштарының йөҙөнән йылмайыу китмәгән Айназды “ҡояш малайы” тип атап йөрөтөүҙәре юҡҡа түгел. Һәр кем өсөн йөҙҙәре асыҡ, ихлас, ярҙамсыл туғандар әле бер-береһенән алыҫ тарафтарҙа булһалар ҙа, күңелдәре менән гел бергә. – Беҙ Нияз менән 9-сы кластан уҡ танышбыҙ. Әлеге лә баяғы шул йәмәғәт тормошонда, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашыу сәбәпсе булды, – тип тормош иптәше менән нисек танышыуы тураһында бәйән итте Лилиә. – Районда үткәрелгән йәйге атлетика ярыштарында тәү тапҡыр осраштыҡ. Итәғәтле, баҫалҡы, күркәм егет шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Аҙаҡ унда яуаплылыҡ, туғанлыҡ тойғоһоноң нисек көслө булыуын күреп, ысын күңелдән һоҡландым. Уға ышанырға, таянырға була! Нияз армия хеҙмәтен тамамлағас, Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө һәм Ҡарәсәй-Черкес республикаһына хеҙмәткә ебәрелде. Ул ялға ҡайтҡанында өйләнештек. Ике йыл сит төбәктә йәшәнек. Ә 2022 йылда махсус хәрби операцияға барыу өсөн контракт төҙөгәс, мин Тәтешлегә ҡайттым. Улыбыҙ Мирас тыуҙы. Исем ҡушыу тарихы ла беҙҙең өсөн иҫтәлекле. Тормош иптәшем армияла Баймаҡ егете, барыбыҙға яҡшы билдәле ҡурайсы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты,”Мирас” йыр һәм бейеү ансамбле артисы Мирас Үҙәнбаев менән “һалдат бутҡаһын” йыл буйы бергә ашап, бик дуҫлашып китәләр. Нияз күп уйлап та торманы, хеҙмәт иткән иптәше хөрмәтенә ошо матур, йөкмәткеле исемде улыбыҙға ҡушты. Ағалы-ҡустылы Нуруллиндар киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Икеһе лә Өфө фән һәм технологиялар университетында ситтән тороп белем ала. 24 йәшлек Нияз Рәзиф улы “Батырлыҡ өсөн “ миҙалы менән наградланған, ә ғәскәр часы командирынан килгән Грамота уның намыҫлы, ҡыйыу яугир икәнлегенә, ата-әсәнең лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтереүенә тағы бер дәлил. Ошондай күркәм улдар үҫтергән атайҙың быйыл үҙе теләп Ватан һағына баҫыуы һоҡландырҙы, әммә ғәжәпләндермәне, сөнки Нуруллиндар өсөн ил яҙмышы – ир яҙмышы. Тәтешле районы, Ҡашҡаҡ ауылы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Рима ханым килене Лилиә һәм ейәне Мирас менән. Бәхетле мәлдәр...