Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Пансионат корпусы декабрҙә төҙөлөп бөтәсәк

«Именлек» Республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы Өфөлә «Демография» милли проекты (национальный проект “Демография”) ярҙамында төҙөлә. Бөгөн объекттың әҙерлеге 88% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында. Төҙөүселәр эске биҙәү эштәрен тамамлау өҫтәндә, йылылыҡ трассаһы һалына. Подряд ойошмаһы ҡыйыҡ ҡуйған, шулай уҡ вентиляция ҡумталары, янғынға ҡаршы вентиляция системаһы һәм төтөн сығарыу монтажлаған. Яңы корпуста даими йәшәү, дауалау-хеҙмәт реабилитацияһы өсөн бүлексәләр, медицина блогы, административ биналар, тамаша залы, ҡышҡы баҡса һәм йәйге веранда урынлашасаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метрҙан ашыу. Бинаны быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. «Демография» милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала: «Балалар тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы», «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү», «Өлкән быуын», «Йәмәғәт һаулығын нығытыу», «Спорт — тормош нормаһы». Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: uchalinka.com