Күңел түренән Һеңлемдең тормошо пыран-заран килгәс, ҡыҫылырға булдым. Кейәү эсә, уны туҡмай, ә ул шулай булырға тейеш тигән һымаҡ йәшәй. Ярай, китергә урыны булмаһа, бар туғандар уға ярҙам итергә әҙербеҙ. Юҡ, аңламай, зомби кеүек мин уны яратам тип тик йөрөй. Ҡулын һындыра һуҡҡас, һеңлемде илата-илата алып ҡайтып киттем. Беҙ һеңлемдән бер урам аша йәшәйбеҙ. Унан күрше инәй “Һин уны хәҙрәттән өшкөртөп ҡара” тине. Алып барҙым. Хәҙрәт: “Һеңлегеҙ менән ныҡ булышҡандар, сихыры бар” тине. Шулай дауалай торғас һеңлем тыныс йоҡлай башланы. Күҙҙәре асылды: “Апай, мин ниңә уның менән йәшәнем икән! Ул бит бер ҡайҙа ла эшләмәй, өҫтәүенә минең бар эш хаҡымды тартып ала”-тип иланы. Һеңлемдең туҡмалыуҙан күгәреп бөткән тәнен ҡосаҡлап иланым. Сихыр тураһында. Кейәү ҡартәсәйе менән йәшәй. Ул әбей һикһәнгә етеп бара инде. Тәүҙә ул һеңлемдең килен булып төшөүенә ҡаршы килде. Унан яҡшы эштә эшләүен, эшлекле булыуын күреп сат йәбеште. Бергә йәшәнеләр. Кейәү һеңлемде туҡмағанда көлөп тик ултырған икән. Күрш