8 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шота Руставели урамындағы 37-се һәм 37/1-се күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәһендә булды. Төбәк етәксеһе «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә йәмәғәт киңлеген комплекслы төҙөкләндереү менән танышты. Ихата биләмәһен яңыртыуға 16 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Был аҡсаға юлдар, тротуарҙар һәм йәйәүлеләр юлдары ремонтланған, йомшаҡ япмалы балалар майҙансығы ҡуйылған. Бынан тыш, ихатала автомобиль туҡталҡаһы киңәйтелгән, урам яҡтыртыуҙары яңыртылған, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған һәм йәшелләндерелгән. Башҡортостан Башлығы йортта йәшәүселәр менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа ихата биләмәһен яңыртҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Шота Руставели урамындағы 37-се йортта йәшәүселәр шулай уҡ республика етәксеһенән ҡыйыҡты капиталь ремонтлау мәсьәләһендә ярҙам итеүен һораны. Төбәк Башлығы төбәк операторына 2025 йылға капиталь ремонт планлаштырырға ҡушты. - Әгәр өйҙә ҡыйыҡ ағып торһа, подъезда ниндәй матурлыҡ йәки фатирҙа у