Ил яҙмышы хәл ителгәндә илештәр бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған. Ир-егеттәр ҡулдарына ҡорал тотоп яуға күтәрелһә, тылдағылар, көндө төнгә ялғап, хеҙмәт фронтында Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тир түккән. Илештәр хеҙмәт һәм һуғыш фронттарында ла һынатмаған, һығылмаған, һынмаған, батырлыҡ үрнәктәре күрһәтеп, Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән. Бөгөн, Тыуған ил яҙмышы хәл ителгән көндәрҙә лә, илештәр, берҙәм булып, ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Улар Украинала барған махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтар мәнфәғәтен яҡлау, илебеҙ бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн ҡулдарына ҡорал алып, көрәшкә күтәрелде. Тыл көслө һәм берҙәм булғанда ғына ил бөтөнлөгөн тәьмин итеп була. Илештәр һәр ваҡыт илебеҙ терәге булды һәм буласаҡ. Беҙҙең берҙәмлек - Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән иң мөһим өлөшөбөҙ ул. Ошо уңайҙан 27 октябрҙә Өфө ҡалаһының Йәштәр һарайында “Илештәр – ил терәге” тип аталған хәйриә концерты үтәсәк. Унда беҙҙең районда тыуып-үҫкән, районыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә булған күренекле артистар, Башҡорт дә