Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ятма яңғыҙ, иптәшләшеп йәшәйек, тип саҡырып алдым

Ошо көндәрҙә таныш булмаған ике апай күңелемде әсир итте... Поликлиникала сиратта ултырабыҙ. Янымда тағы ике кеше бар: берәүһе ныҡ сабырһыҙ, ә икенсеһе матур ғына, тыныс ҡына апай. Сабырһыҙ апай табип янына ингән ҡатынды һыҙыра ғына: - Дауна инеп китте, һаман сыҡмай. Нимәһен күрһәтә икән көнө буйы, үҙе йәш кенә, - ти (ҡатын-ҡыҙ кабинеты төбөндәбеҙ). Теге матур апай сабыр ғына көтә. - Ярай йәш кешенең күрһәтер, һорашыр урындары күүүүп инде, - тип һуҙып ебәрҙе. “Эй, был матур апайым йәшлеген иҫләне, моғайын” тип эстән генә уйлайым. Шул арала осоп торған апай бынан сыҡҡас барыр ерҙәрен барлай башланы. Икеһенең дә бер үк эштәр, бер үк йомоштар, бер үк ҡайтыр ерҙәре икән... - Бәй, - тием, - һеҙ бер туғандармы әллә? - Бер туғандар араһында ла “ут" һәм "һыу" холоҡлолар була бит (ултыра торғас, йөҙҙәрендә оҡшаш һыҙаттар ҙа салынғандай тойола башланы). Теге сабырһыҙ апай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. - Беҙ – ҡоҙағыйҙар!.. - Бына һиңә, ҡалай шәптәр: береһе өсөн икенсеһе янып тора, шәп бит! - тием тегеләргә. - Ә һеҙҙең кемегеҙ докторға инә? (Үҙем сабырһыҙ ҡоҙағыйға ҡарайым, моғайын, шулдыр, тип уйлайым). - Мин түгел, ҡоҙағыйым күренергә килде, - ти быным. Үәт әй, ҡоҙағыйы өсөн башҡаларҙы ситтән хәтәр һыҙырыуы, борсолоуы бер яҡтан ҡараһаң, ҡыҙыҡ та, икенсенән, дан да. Был ике апайҙың үҙ-ара шул хәҙәрем яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙары һоҡландырҙы. Матур апай талғын ғына тауышы менән бәйән итте (ҡоҙағыйы ҡаланыҡы икән). - Ятма яңғыҙ, иптәшләшеп йәшәйек, тип саҡырып алдым... Был хәтәрский, городской ҡоҙағыйы менән күңеллелер матур апайға. Ҡайтҡас та уларҙы күҙ алдына килтерәм: теге городской ҡоҙағый донъя, баҡса мәшәҡәттәренә лә шәптер ул, һөйләгән кеүек емертеп эшләйҙер ҙә. Күрҙегеҙме бына, ҡоҙағыйҙар араһында ла апалы-һеңлеле кеүек татыу йәшәгәндәр бар! Авторы: Рузалия Ҡаһарманова. Бөрйән районы. Фото: Нәсих Хәлисов.