Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һыуғоярҙар ысынлап хыялыйыраҡ заттармы?

Танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова ижадта, сәхнәлә генә түгел, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә бик әүҙем. Әле бына ул Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында тыуған кешеләр тураһында ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты. “Һыуғоярҙар – иң тормош яратыусан кешеләр”, тигәндәр әле. Бына быныһы факт! Биллаһи гороскоптарға ышанмайым мин. Юҡ... Яҡшы әйбер яҙһалар, ышанам, насарына – юҡ. Минең төркөмдә яртыһы – Һыуғояр. Бик күңелле кешеләр. Просто беҙҙе ваҡытында ашатып, йоҡлатып торорға ғына кәрәк. Бармы бында Һыуғоярҙар? Нормальный бит беҙ, эйеме?” - тип яҙған Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең төркөмөндә. Эйе, йырсы үҙе лә – Һыуғояр, ул 1981 йылдың 4 февралендә тыуған. Илһөйәнең “Нормальный бит беҙ, эйеме?” тип һорауында әтнәкә бар, әлбиттә, сөнки йондоҙнамә менән шөғөлләнеүсе күптәр һыуғоярҙарҙы “романтиктар, хыялыйыраҡ заттар” тип ҡылыҡһырлай. Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Һеҙҙең эргә-тирәгеҙҙәге һыуғоярҙар ниндәй улар? Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.