Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң ауыры — дуҫтарҙы юғалтыу

Рафаэль Сараев оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) Сибай институтында өҫтәмә белем биреү бүлеге мөдире була. Ҡала мәктәптәре һәм колледждарында ла эшләй. 2022 йылда махсус хәрби операция башланып, йәш егеттәр мобилизацияланғас, Рафаэль Әхмәҙи улының уларға ярҙамға барырға теләге уяна. 2023 йылдың йәйендә ул “Барс-14” батальонына ҡушыла. — Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ? — Илде һаҡлау — ир-егеттең изге бурысы. Йәштәргә өлгө күрһәтергә лә кәрәк. Заманында минең дә ҡартатайҙарым ил һаҡлаған. Хәйбулла Сараев 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әсәйемдең атаһы Мөхәмәт Ыласынов иһә 1942 йылда яуҙа баш һала. Юлдыбайҙан Сараевтар нәҫеленән биш кеше һуғышта ҡатнашҡан. Беҙҙең халыҡ электән яугир, илһөйәр булған һәм ҡурҡыу белмәгән. — Үкенмәйһегеҙме? — Үкенмәйем. Ил алдындағы бурысты үтәй алыуыма ғорурланам. Һәр кем тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға тейештер ул. — Иң ауыры нимә? — Дуҫтарҙы юғалтыу... Мин санитар, хәрби фельдшер бурысын үтәйем. Әле бер йыл йөрөп, бер айлыҡ ялға ҡайттым. Ялымда медицина колледжында, дауаханала тәжрибә тупларға ниәтләнәм. — Һеҙҙең батальонда башҡорттар күпме? — Төрлө милләт халҡы бар. 300 кешенең 5-һе Башҡортостандыҡы. Шуларҙың өсәүһе—башҡорт, икәүһе рус милләтенән. Беҙҙең “Барс”та тормош уртаһына еткән, айыҡ аҡыл менән эш иткән кешеләр йыйылған. Өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған йәштәр янына барып, уларға психологик йәһәттән ярҙам күрһәтеп, лекциялар уҡып китергә лә тура килә. — Алғы һыҙыҡҡа инәһегеҙме? — Әлбиттә, баштараҡ бер аҙналап инә инек, хәҙер көсөргәнеш артты, ике аҙналап инәбеҙ. — Күптәрҙе ҡотҡарырға тура килдеме? — 46 кешене сығарҙым. Шуның өсөн миҙал менән бүләкләнеләр. Яралылары ла, һәләк булғандары ла осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш шунһыҙ булмай. — Ә һеҙҙең был аҙымығыҙҙы ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте? — Аҙаҡҡаса әйтмәнем. Әйткәс, ҡатыным Гөлнара Шөғәйеп ҡыҙы аңлап ҡабул итте. Ул үҙе хәрби медик, өлкән лейтенант. Улым Артур менән ҡыҙым Алина һуңғараҡ белде, мин уларға: “Әсәйегеҙҙе мине ебәргән өсөн ғәйепләмәгеҙ, был минең ныҡлы уйланған үҙ аҙымым”, — тип киҫәттем. Уларҙың инде үҙ ғаиләләре бар, аңлап ҡабул иттеләр. — Яраланғанығыҙ булдымы? — Ике тапҡыр яраландым. Госпиталдә ятып сыҡтым. — Ашау яғы нисек? — Барыһы ла бар. Ылау килеп тора. Айырыуса тыуған яҡтарҙан, йәштәрҙән, уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙарҙан килгән хаттар күңелгә йылылыҡ бирә. Балалар баҡсаһы кескәйҙәренең һүрәттәрен алып ҡыуанабыҙ. Миңә Сибай институты студенттарынан хат килгән ине, тик авторҙарын яҙмағандар, шуларҙы табырға ине. — Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме? — Эйе, ныҡ үҙгәртте. Ғүмер ҡыҫҡа, уны яҡшылыҡҡа арнарға кәрәк, яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ, ҡалалаштарыбыҙ менән тупаҫ булмаҫҡа, киреһенсә йомшағыраҡ, ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға саҡырам. Нимә генә булһа ла, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ, үс тотмағыҙ. Кеше еңеллеккә түҙмәй шаша, ә бына ауырлыҡ сыҙамлыҡҡа, йәшәргә өйрәтә, тормош асылын аңлай башлайһың. Тегендә беҙ тиҙ дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙе туғандай яҡын күрәбеҙ. — Әйтер һүҙегеҙ бармы? — Әлбиттә. Ир-егеттәрҙе, айырыуса 55 — 65 йәштәгеләрҙе, үҙебеҙҙең батальонға саҡырам. Ауылдарҙа эш юҡ, тип ятҡан йә ни эшләргә белмәй эскелек менән мауыҡҡан егеттәргә әйтер инем: бушҡа үткәрмәгеҙ ғүмерегеҙҙе. Килһәгеҙ, эш тә табыла. Тәүҙә ике аҙна күнекмә үтәһегеҙ. Ауырлыҡҡа яйлап өйрәнеп китәһең. Кейгән кейем, алып йөрөгән әйберҙәр генә 19 — 23 килограмм тарта, көн дә шул ауырлыҡ менән 7 — 8 километр үтергә кәрәк. Шуға физик яҡтан да, рухи яҡтан да әҙер булыу зарур. Кем теләй, урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итһен. — Ялығыҙ нисек үтә? — Яҡшы, һәйбәт ҡаршы алдылар, ҡунаҡ итәләр. Тик тегендәге тормошҡа тиҙ өйрәнелгәнме, нимәлер етмәгән һымаҡ, тыныслыҡҡа күнегеп булмай әле. — Бәлки, ҡалырғалыр? Мөмкин булһа, бармаҫ инегеҙме? — Юҡ, барыр инем. Унда ярҙам талап ителә. Ярты юлда дуҫтарҙы ташлау ирлек түгел. — Еңеүгә өмөт бармы? — Өмөт итәбеҙ, яйлап ҡалаларҙы азат итеп, алға барабыҙ. “Сармат” ҡушаматлы яугир менән бына шундайыраҡ һөйләшеү булды. Киләсәккә билдәһеҙлек күҙлеге аша ҡараған беҙҙә ниндәйҙер өмөт уятып, нур ҡалдырып хушлашты Рафаэль Әхмәҙи улы. Беҙ уның тиҙерәк һәм имен-һау тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыуын теләп оҙаттыҡ. Резеда УСМАНОВА. Автор фотоһы.