Быйыл ноябрҙә баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндерә башларға планлаштыралар. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ултырышында республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин әйтте. Уның белдереүенсә, әле проект документтары Главгосэкспертизала һуңғы килешеүҙәр үтә. Проектҡа ярашлы, һәйкәлдең үҙе һәм уның торған төп нигеҙе ремонтланасаҡ. Һәйкәлде ваҡытлыса алып торорға тура киләсәк. Эштәрҙең хаҡы яҡынса 300 миллион һум тәшкил итә. Төҙөкләндереү эштәре яҡынса бер йыл дауам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, атлы статуя федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектына ҡарай. Һәйкәл Өфөләге цехта төҙөкләндереләсәк. Фото: "Башинформ".