Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хакимлыҡ итәм тигән ил берәй ҡасан еңелә

Башҡортостандың баш ҡалаһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. «Формалашыусы күп полярлы донъяла Рәсәй: киләсәкте төшөнөү» халыҡ-ара конференцияһы сиктәрендә «Күп полярлы донъя ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүе: социаль-консерватив ҡараш» тигән пленар ултырышы үтте. Сараны асып, БР Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров, донъя ҡоролошон бер гегемон мәнфәғәтендә төҙөргә тырышыу һәр саҡ тиерлек уның бөлгөнлөккә төшөүенә килтерә, тип билдәләне. Яңы тарих был ҡағиҙәне раҫлай ғына. СССР тарҡалғандан һуң Рәсәй көнбайыш державалары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалыу курсына йүнәлеш алды. Әммә көтөлгәнсә ғәҙел хеҙмәттәшлек килеп сыҡманы. 2007 йылда уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың билдәле «мюнхен» телмәрендә НАТО-ны киңәйтеү, бер полярлы ҡараш өҫтөнлөк итеү һәм башҡа илдәрҙең эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу проблемалары билдәләнгәйне. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт концепцияһы яңынан ҡаралды. Төп бурыс күп полярлы донъяны нығытыу ине. - Өфө, был йәһәттән, киләсәкте

Башҡортостандың баш ҡалаһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. «Формалашыусы күп полярлы донъяла Рәсәй: киләсәкте төшөнөү» халыҡ-ара конференцияһы сиктәрендә «Күп полярлы донъя ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүе: социаль-консерватив ҡараш» тигән пленар ултырышы үтте. Сараны асып, БР Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров, донъя ҡоролошон бер гегемон мәнфәғәтендә төҙөргә тырышыу һәр саҡ тиерлек уның бөлгөнлөккә төшөүенә килтерә, тип билдәләне. Яңы тарих был ҡағиҙәне раҫлай ғына. СССР тарҡалғандан һуң Рәсәй көнбайыш державалары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалыу курсына йүнәлеш алды. Әммә көтөлгәнсә ғәҙел хеҙмәттәшлек килеп сыҡманы. 2007 йылда уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың билдәле «мюнхен» телмәрендә НАТО-ны киңәйтеү, бер полярлы ҡараш өҫтөнлөк итеү һәм башҡа илдәрҙең эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу проблемалары билдәләнгәйне. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт концепцияһы яңынан ҡаралды. Төп бурыс күп полярлы донъяны нығытыу ине. - Өфө, был йәһәттән, киләсәкте төшөнөү өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тора. «Күп полярлы донъя: трансформация факторҙары» доклады авторҙары «Европа менән Азия тоташҡан республиканың уникаль мәҙәни ҡиммәттәр коды Евразияның киләсәгенә төплө ҡараш булдырыу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙыра», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан министрҙар кабинеты башлығы вазифаһын башҡарыусы. - Хәҙер Башҡортостан Халыҡ-ара интеграция форматтарын - Евразия иҡтисади союзы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС идеяларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2015 йылда Өфөлә VII БРИКС саммиты үтте, уның йомғаҡтары буйынса «Өфө декларацияһы» ҡабул ителде. Артабан Ҡырым Республикаһы Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары - РФ Президенты ҡарамағындағы Ҡырым Республикаһының даими вәкиле Георгий Мурадов, Рәсәй сит ил эштәре министрлығының МГИМО профессоры, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Андрей Хазин, ТАСС мәғлүмәт агентлығының стратегия буйынса директоры Сергей Кузовников, Милли төҙөүселәр берекмәһе (НОСТРОЙ) вице-президенты Антон Мороз, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров сығыш яһаны. Сығанаҡ: https://panoramarb.ru/news/obshchestvo/2024-10-07/v-ufe-obsudili-novye-vozmozhnosti-mezhdunarodnogo-sotrudnichestva-3959061?utm_source=rbsmi