Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус идаралығы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) буйынса һаҡсыл производство алымдарын ҡулланып, үҙенең хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәләлеген 10 процентҡа арттырған.Был турала Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге хәбәр итә. Предприятие милли проектҡа июнь айында ҡушылды. Өс ай эсендә унда диагностика үткәрелде, эталон участкаһы булдырылды. Индерелгән яҡшы алымдар троллейбустарҙы көндөҙгө ҡарау процесын ҡулайлаштырыу менән бәйле. Был этапты идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ звено тип атаны. Эшселәрҙе һаҡсыл технологияларға, производство анализына өйрәттеләр. Предприятиела ике инструктор ҙа әҙерләнде, улар алған белемдәрен коллегаларына тапшырасаҡ. Милли проектта иҡтисадтың сеймал булмаған тармағында йыллыҡ килем күләме кәмендә 400 миллион һум булырға тейеш, шулай уҡ табышы кәмендә 180 мең булған туристик компаниялар ҡатнаша ала. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.