Күптәр үҙ донъяһына бикләнеп, үҙ мәшәҡәттәре менән генә йәшәгән заманда ауылдары өсөн бөтә йөрәге менән янған, уны төҙөкләндереү, матурлау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгәндәр ҙә аҙ түгел арабыҙҙа. Миәкә районы Сурай ауылына эш сәфәре мәлендә тап ошондай әүҙем замандаштарыбыҙҙы тап иттек. Кәрәк саҡта ҡулдарына эш ҡоралдары алып ауылдарын матурлайҙар, байрамдарҙа сәхнәне дер һелкетеп йырлай-бейей ҙә улар. Өс йыл элек “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса һигеҙ йыл бикле торған клубтарын төҙөкләндергәндәр. Үҙ ҡулдары менән бына тигән итеп матурлап ҡуйғандар. Хәҙер был халыҡты тартып торған мәҙәни усаҡ. Клубта “Мираҫ” тигән үҙешмәкәр драма театры, “Өмөт” фольклор ансамбле эшләп килә. Бай музей мөйөшө булдырылған. Унда 1872 йылғы еҙ самауырҙы ла, боронғо күмер үтектәрҙе лә, кәрәсин лампаларын да, үткән быуатта тегелгән күлдәктәрҙе, аҫалы балаҫтарҙы ла күрергә мөмкин. Уларҙы ҡарағанда Сурай ауылының боронғо көнитмеше күҙ алдына баҫа. Ауыл хужалығын күтәргән тырыш фе