Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡапыл һыуыта

Башҡортостанда һауа торошо үҙенең контрастары менән ғәжәпләндерәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте синоптиктар хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, бик йылы була. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 5, 10 градус, көндөҙ Цельсий буйынса уңайлы 18, 23 градусҡаса йылынасаҡ. Шаршамбы, 9 октябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә 4, 9, көндөҙ 15, 20, төньяҡта 10-ға тиклем. Кесаҙна, 10 октябрҙә, ҡапыл һыуыта. Бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 2, 7 градус, көндөҙ 7,12 градус. Осорҙоң икенсе яртыһында беҙгә арктик һауа тулҡыны инеү көтөлә, йомаға көндөҙгө температура 0-гә тиклем түбәнәйә. 5 градусҡаса йылыта, ҡар яуа башлай. Гисметео порталы һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүен вәғәҙәләй: метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә республикала көндөҙ +4 градусҡаса һалҡынайта, төндә -1,-2 була. Фото: "Башинформ".