Найти тему
Башҡортостан гәзите

Музыка мәктәптәренә уйын ҡоралдары алынған

РФ Президенты В.В. Путин иғлан иткән "Мәҙәниәт" милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу саралары буйынса, Өфөнөң 15-се һәм Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәптәренә яңы уйын ҡоралдары ҡайтарылды. Уларҙы концерттарҙа ҡулланып та ҡаранылар, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығы. 15-се мәктәпкә баяндар, аккордеондар, фортепиано һатып алынған. Исем туйында сәхнәлә мәктәптең уҡыусылары, уҡытыусылары сығыш яһаны. Тантаналы сарала башҡорт халыҡ йырҙары, рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. "Мәктәбебеҙ яңы осорға аяҡ баҫты. Яңы алынған музыка ҡоралдары, ҡоролмалар һәм уҡыу-методик ҡулланмалары балаларҙың белем сифатын яҡшыртырға һәм һәләттәрен нығыраҡ асырға ярҙам итер", - ти 15-се музыка мәктәбенең директоры Алина Максимова. Ошо арала Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең яңы корпусын асыу тантанаһы ла булды. Бында "Михаил Глинка" роялен күрһәттеләр. "Был - уҡыусыларыбыҙға һөнәри сифаттарын камиллаштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Бындай уйын ҡоралына эйә булыу сабитовсыларҙың ижади үҫешенә яҡшы этәргес булып тора", - ти мәктәптең етәксеһе Айнур Искәндәров. Сығанаҡ, фото: Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.