Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Асҡындар ҙа ағас ултыртты

Башҡортостандың Асҡын районы “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул алтынсы тапҡыр ойошторола һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Акция илдә янғындар, ҡырҡыуҙар һәм башҡа кире факторҙар һөҙөмтәһендә юғалған урмандарҙы тергеҙеү буйынса төп проекттарҙың береһенә әүерелде. Ағас ултыртыу – экоирекмәндәр араһында төп йүнәлеш. Асҡын районында ағас ултыртыу Ольховый Ключ ауылы янында ойошторолдо. Бында 1,5 гектарға яҡын майҙанда асыҡ тамыр системалы дүрт мең ҡарағай үҫентеһе һәм тағы бер мең ябыҡ тамыр системалы үҫенте ултыртылды. Эштәрҙә урмансылар үҙҙәре, урман сәнәғәтселәре, “Башнефть-табыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре һәм ауыл хужалығы колледжы студенттары – йәмғеһе йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сараның абруйлы ҡунаҡтары иҫәбендә урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Раил Әбдрәхимов, республика Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Кашшаф Ямалетдинов, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм башҡалар булды. – Йола буйынса, сара һалдат бутҡаһына саҡырыу менән тамамланды. Урмансылар быҡтырылған ҡарабойҙай бутҡаһы әҙерләне, үлән ҡатыш хуш еҫле сәй ҡайнатты. Көҙгө ҡояшлы һауа торошо һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән художество номерҙары барыһының да кәйефен күтәрҙе, – тип билдәләне ойоштороусылар. Башҡортостанда 2024 йылда “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы барышында бер миллиондан ашыу ағас ултыртыу күҙаллана. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.