Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Элвин Грей үҙенең социаль селтәрҙәрендә Вәсилә Фәттәхованың легендар “Тыуған яҡ” йырына бәйле килеп сыҡҡан проблема тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Радик был йырҙы Өфөнөң юбилейында башҡарғандан һуң, “Барс медиа”ның бер хеҙмәткәре уны интернетта блокировать итә башлаған. Элвин Грей әйтеүенсә, хиттың авторы һәм композиторы Вәсилә Фәттәхова тураһында хәтер мәңге йәшәһен өсөн уға был йырҙы ете йыл элек үк биргән булған. Ул йырҙы башҡортсанан татарсаға эшкәртеү хоҡуғын һораған һәм яҙма формала был рөхсәтте алған. Юлъяҡшин был йырҙы башҡара башлағансы, уның һәм Рәшитовтың артында йырҙың татар телендә килеп сығыуына ҡаршы булғандар төркөмө йыйылған. Радик әйтеүенсә, улар – йырҙы татарсаға үҙгәртеүсе автор, Вәсилә Фәттәхованың фонограммаһына хоҡуҡ хужаһы һәм, имеш, был тәржемәгә хоҡуғы булған лейбл. – Әлеге ваҡытта был “әҙәмдәр” миңә йырҙы татарса башҡарыуҙы тыйырға маташа һәм мөмкин булмаған шарттар ҡуя – аҡсалата 100 миллион һум талап итә! Йырҙы татар телендә популярлаштырыу урынына улар уны “үлтерергә” тырыша, – ти ул. Элвин Грей әйтеүенсә, ул йырларға теләй икән, тимәк, йырлаясаҡ. Ә был проблеманы судта юристар хәл итәсәк. Фото: йырсының социаль селтәрҙәре.