Найти тему
Башҡортостан гәзите

Галкинды кем үлтергән?

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, 38 йәшлек Галкиндың үлеменең төп сәбәбе – йөрәктең ҡапыл туҡтауы, әммә Рәсәй артисының яҡындары һәм туғандары уның вафатына икенсе төрлө ҡарашта. Белеүебеҙсә, Рәсәй актеры Владислав Галкин бынан 15 йылға яҡын элек – 2010 йылдың февралендә мәрхүм булғайны. Уның кәүҙәһен фатирында табалар һәм үлеменең сәбәбен йөрәктең ҡапыл туҡтауы тип билдәләйҙәр. Ошо ваҡыт дауамында актерҙың яҡындары, дуҫтары, туғандары Владиславтың үлеменә бәйле шик белдерә. Был хаҡта үгәй атаһы Борис Галкин да, ижадташ дуҫтары ла интервьюларҙа белдергәне бар. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Галкин талау ҡорбаны булыуы ла бар. Фажиғәгә тиклем бер нисә көн алда ул банктан ҙур ғына сумма аҡсаһын ала, әммә был аҡса эҙһеҙ юғала. Улар актерҙың үлеменә тап ошо аҡса йәки башҡа төрлө нимә сәбәпсе булыуы бар, тип белдерә. Сығанаҡ һәм фото: vk.com/truerumors