Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Геопарктарҙы үҫтереү буйынса фекер алыштылар

Өфөлә үткән “Рәсәй формалашыусы күп полярлы донъяла: киләсәкте күҙаллау” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияға ярашлы, “Евразия биләмәһенең тотороҡло үҫешен формалаштырыуҙа тәбиғәт һәм мәҙәниәт әһәмиәтендәге объекттар” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Төп тема – Евразия иҡтисады союзы илдәрендә геопарктарҙы үҫтереү. Фекер алышыуҙа тәбиғәт ресурстары, мәҙәни-ағартыу өлкәһе белгестәре ҡатнашты. “Янғантау” геопаркы директоры Айрат Ғәлиев “Геопарктарҙың Евразия селтәре” дәүләт-ара проекты тураһында һөйләне. – Старт барышында проектта ЕАЭС-тың дүрт күҙәтеүсе дәүләт-ағза вәкилдәре ҡатнаша: Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан. Уларҙың барыһы ла 2024 йыл башында барлыҡҡа килгән Евразия геопарктары ассоциацияһы ағзалары булып тора, – тип хәбәр итте Айрат Ғәлиев. Проекттың төп өҫтөнлөктәре – кеше капиталына иғтибарҙы йүнәлтеү, экологик белемде һәм мәҙәниәтте үҫтереү, Евразия үҙәгендә биләмәләрҙең геопарк моделен популярлаштырыу. “Башҡортостан Республикаһы мәҙәни мираҫының күсемһеҙ объ

Өфөлә үткән “Рәсәй формалашыусы күп полярлы донъяла: киләсәкте күҙаллау” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияға ярашлы, “Евразия биләмәһенең тотороҡло үҫешен формалаштырыуҙа тәбиғәт һәм мәҙәниәт әһәмиәтендәге объекттар” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Төп тема – Евразия иҡтисады союзы илдәрендә геопарктарҙы үҫтереү. Фекер алышыуҙа тәбиғәт ресурстары, мәҙәни-ағартыу өлкәһе белгестәре ҡатнашты. “Янғантау” геопаркы директоры Айрат Ғәлиев “Геопарктарҙың Евразия селтәре” дәүләт-ара проекты тураһында һөйләне. – Старт барышында проектта ЕАЭС-тың дүрт күҙәтеүсе дәүләт-ағза вәкилдәре ҡатнаша: Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан. Уларҙың барыһы ла 2024 йыл башында барлыҡҡа килгән Евразия геопарктары ассоциацияһы ағзалары булып тора, – тип хәбәр итте Айрат Ғәлиев. Проекттың төп өҫтөнлөктәре – кеше капиталына иғтибарҙы йүнәлтеү, экологик белемде һәм мәҙәниәтте үҫтереү, Евразия үҙәгендә биләмәләрҙең геопарк моделен популярлаштырыу. “Башҡортостан Республикаһы мәҙәни мираҫының күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге” директоры Данир Ғәйнуллин төбәктең музей-туристик инфраструктураһын булдырыу тураһында доклад һөйләне. Видеобәйләнеш аша Шапошников исемендәге Кавказ дәүләт тәбиғәт биосфера заповеднигы директоры урынбаҫары Ольга Пегова сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, туристар ағымы арта, әммә ул тигеҙ түгел, маркетинг, реклама ярҙамында уны көйләү мөһим. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар патриотизм һәм ағартыу проекттарына ла, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә лә ҡағылды. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25147/