Башҡортостанда ауыр тормош хәленә тарығандарға ярҙам итеү өсөн Стратегик инициативалар агентлығының яңы проекты - “Ярҙам платормаһы” һанлы навигаторы башлана. Бөгөн Стратегик инициативалар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева менән кәңәшмәлә республикала платформаны индереү тикшерелде. Платформаның беренсе версияһында интерфейс һигеҙ йүнәлеш буйынса маршрут тәҡдим итә: буллинг онкология яҡын кешеңде юғалтыу пенсияға сығыу өйҙә көс ҡулланыу тыныс тормошҡа ҡайтыу бала табыуҙы планлаштырыу һәм сабый тыуыуы үҙенсәлекле бала тыуыуы Платформа ярҙамында һәр кем тормош хәле буйынса эҙмә-эҙлекле хәрәкәт алгоритмы, ике минутта кәрәкле хеҙмәттәргә заказ биреү мөмкинлеге ала ала. Платформа бөтә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе, шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы берләштерә. Был - уникаль һанлы сервис, Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр эшләй башлай. Башҡортостан «Ярҙам платформаһын» индереү буйынса пилот төбәге булырға әҙер. Республикабыҙ Стратегик башланғыстар агентлығы программал