Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?

Алдаҡсы әҙәмдәр күп осраҡта актуаль булған мәғлүмәт менән мөрәжәғәт итә, йыш ҡына ҡулланылған хеҙмәттән тип шылтырата. Уларҙың схемаһы Әгәр ҙә исемегеҙҙе дөрөҫләтергә теләһәләр, үҙегеҙ уларҙың исем-шәрифен, ҡайһы банк йә ойошманан икәнлеген белешегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мут әҙәмдәрҙең маҡсаты – паролдәрегеҙҙе белеү һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә эйә булыу. СМС һәм PUSH -хәбәр итеү кодын, картаның пин-кодын, CVC\CVV-кодты (картаның артындағы өс һан), банк ҡушымтаһының логин һәм паролен бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Һеҙгә ебәрелгән һылтанмаларға үтеп инмәгеҙ – ул мутлашыуға бәйле ялған сайт булыуы ихтимал. Проблема тураһында ҡайҙа хәбәр итергә? Рәсәй Банкы - 300 йәки Рәсәй төбәктәре өсөн түләүһеҙ 8-800-300-30-00 телефон һандары. Хоҡуҡ һаҡлау органдары - 102 йәки 8-800-222-74-47 ҡыҙыу линияһы. Рәсәй Социаль фонды – төбәк социаль фондтың ҡыҙыу телефон һандары. Һалым хеҙмәте - 8-800-222-2222 ҡыҙыу линияһы.