Популяр йырҙар авторы Ризван Хәкимов бынан 22 йыл элек, 2002 йылдың июлендә, тормош иптәше менән ҡот осҡос юл һәләкәтенә эләгеп, үҙе саҡ-саҡ иҫән ҡалған ине. Композиторҙың тормош юлдашы Нәфисә ханым шунда уҡ һәләк булды. Улар иң тәүгеләрҙән “Мөғжизә” тип аталған төркөм ойоштороп, үҙҙәренең йырҙарын дуэт булып башҡарған матур ғаилә ине. Хәкимовтар татар һәм башҡорт эстрадаһында үҙ урынын яулаған ижадсылар булып танылғайны. Һуңынан билдәле булыуынса, аварияла ғәйепле егет водитель таныҡлығынан өс тапҡыр мәхрүм ителгән кеше булып сыҡҡан. "Наркоман егет арҡаһында балаларым әсәйһеҙ ҡалды", - тигән ине бер интервьюһында Ризуан Хәкимов. - Юғалтыу бик ауыр булды. Хәҙер ҙә еңел түгел, ҡайғы онотолмай. Ҡыҙҙарымды мин бер ҡасан да ташламаным, мәңге яндарында булдым. Аллаға шөкөр, улар инсафлы һәм тәүфиҡле булып үҫтеләр. Хәтергә төшөрһәң... Ныҡ ауыр миҙгелдәргә саҡ түҙҙек. Йәшәргә кәрәк! Үлгән артынан үлеп булмай. Ҡыҙҙарым, ейәндәрем, тип йәшәйем. Уларҙың яҡшы кеше, тәрбиәле булыуҙарын һөйөнөп бөтә алмайым. Ике ҡыҙым да ижад юлын һайланы, - ти йырсы. Сығанаҡ: “Шәһри Ҡазан” сайты (https://shahrikazan.ru) Фотолар: “Бәйләнештә” сайтынан.
Ризван Хәкимов: «Бер наркоман арҡаһында балаларым әсәйһеҙ ҡалды"
7 октября 20247 окт 2024
~1 мин