Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров ВТБ етәксеһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВТБ банкы идараһы президент-рәйесе Андрей Костин менән осрашты. Көн тәртибендә – дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында социаль һәм юл инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыу, урта һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү. Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа ВТБ төркөмө менән эш тәжрибәһенең киләсәктә хеҙмәттәшлектең яҡшы перспективалы булыуына ишаралауын билдәләне. Республика мөһим инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу барышында, мәҫәлән, Өфөлә автомобиль юлдары һәм күпер үткәүелдәре төҙөлөшөндә, бергә эшләүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә. – Өфө ҙур ярымутрауҙа урынлашҡан. Беҙҙә өс йылға бар, шуға күрә күперҙәр беҙҙең өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Тотош алғанда беҙ һеҙҙең менән киң башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. Андрей Костин үҙ сиратында инфраструктураның иҡтисад үҫеше өсөн мөһимлеген билдәләне. Шуға күрә дәүләт- шәхси партнерлыҡ сиктәрендә был өлкәлә киң күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе төбәктәрҙең артабанғы үҫеше өсөн файҙалы. ВТБ етәксеһе ҡабул ителгән банк үҫеше стратегияһына ярашлы төп пункттарҙың береһе Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, әүҙем бизнес эшмәкәрлеге булыуын билдәләне. Финанс ойошмаһы республика райондарында һәм ҡалаларында офис селтәрен киңәйтеүҙе планлаштыра. Радий Хәбиров Андрей Костинға Башҡортостан иҡтисадына индергән мөһим өлөшө өсөн Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/183744.html