Өфөлә “Именлек” республика геронтология үҙәгендә пилот һынап ҡарау өсөн “Социаль такси” хеҙмәте асыла. Хеҙмәттәр инвалид балаларға һәм өлкәндәр араһында тәүге төркөм инвалидтарға күрһәтелә. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе. Социаль такси Өфө сиктәрендә эшләйәсәк. Хеҙмәт бушлай. Һәр ҡулланыусы айына дүрт тапҡыр юлға сыға ала, уларҙың һәр ҡайһыһы ике сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш. Хеҙмәттең автопаркы йәмғеһе һигеҙ машина менән тулыландырыла, уларҙың берәүһе терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн йыһазландырыла. – Беҙ тейешле норматив хоҡуҡи акттар проекттарын әҙерләнек һәм республика Хөкүмәтенә индерҙек. Уларҙы ҡабул иткәндән һуң шунда уҡ социаль такси эшенә тотонабыҙ, – тине Ленара Иванова. – Ете автомобиль һатып алынды ла инде. Йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикле 5 меңләгән кешене социаль ташыуҙарға йәлеп итергә уйлайбыҙ. Хеҙм