Мәләүездең “Союзпромптица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәйҙә күркә итен етештереүсе өс предприятие иҫәбенә инә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә предприятие директоры Андрей Ковалев һөйләне. 2007 йылда ойошторолған “Союзпромптица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыл һайын 36 мең тоннанан ашыу күркә ите етештерә, уны илдең 20-нән ашыу төбәгендә, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм алыҫ сит илдәрҙә ҡулланыусыларға һаталар. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә генә компанияның продукцияһын 618 сауҙа нөктәһендә һатып алырға мөмкин. Андрей Ковалев производствола 1,2 мең кешенең эшләүен билдәләне. Предприятие үҙенең ҡеүәттәрен үҫтереүгә әүҙем инвестициялар һала. 2024 йылда, мәҫәлән, технологик комплексты яңыртыуға һалынған аҡса 1,3 миллиард һум тәшкил иткән. 2027 йылға тиклем 42 яңы ҡош аҙбары һалырға ниәтләйҙәр. Бынан тыш, предприятиела иген һаҡлау һәм ҡатнаш аҙыҡ заводын модернизациялау өсөн элеватор төҙөү проекттары әҙерләнг