Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, 3 октябрҙә Өфөлә ҡатын менән бәләкәй бала ғәйеп булған. “Лиза Алерт. Башҡортостан” эҙәрмәндәре 25 йәшлек Анна Әхмәтшина (Черезова) һәм уның бер йәшлек ҡыҙы Диананы эҙләүгә иғлан итте. Әле иһә “Маш Баташ” телеграм-каналы был хәлгә аныҡлыҡ индергән. Баҡһаң, Анна быға тиклем дә ғәйеп булған һәм наркомандар менән йөрөгән. Ир әйтеүенсә, ул ҡатыны менән һуңғы тапҡыр кесаҙна телефон аша һөйләшкән. Ул ҡыҙы менән Черниковкала йөрөйөм тип әйткән. Анна биш ай элек өйҙән сығып киткән, ләкин ул саҡта ҡыҙын ҡалдырып киткән булған. Ул саҡта уны шикле кешеләр менән фатирҙа тапҡандар. Ҡатындың билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле. Ул ҡара куртка, аҡ кроссовка, алһыу башлыҡ кейгән. Баланың билдәләре: үҙ йәше өсөн нормаль кәүҙәле, сәстәре һары, күҙҙәре зәңгәр. Диана зәңгәр комбинезон, көрән ботинкалар, аҡ башлыҡ кейгән. Уларҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.