Өфөләге "Торатау" конгресс-холында "Рәсәй барлыҡҡа килгән күп полярлы донъяла: киләсәкте аңлау" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Уның эше бер юлы өс урында уҙҙы. Конгресс-холдың ҙур залында үткәрелгәне "Евразия донъяға тәьҫир итеү субъекты: барлыҡҡҡа килеү принциптары һәм киләсәк" тип аталды. Ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте, шулай уҡ уны уҙғарыуға Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы секретариаты (ОДКБ), милли инновацион системалар союзы, Социаль-консерватик сәйәсәт үҙәге (ЦСКП) булышлыҡ иткән. Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы аналитика хеҙмәте етәксеһе Юрий Шувалов белдереүенсә, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның тап Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тыуған көнөндә үтеүе оло мәғәнәгә эйә. Владимир Владимирович дөрөҫ сәйәсәт алып бара, халыҡтың йәшәйешен яҡшыға үҙгәртеү өсөн бар көсөн һала, үҙенең позицияһы бар. Юрий Евгеньевич фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы янындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы