Бөгөн Өфөлә күптән көтөлгән “Салют” балалар реабилитация-белем биреү комплексы асылды. Унда йыл әйләнәһенә ете мең бала ярҙам аласаҡ. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡоростан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев һөйләне. Ҙур объект баш ҡаланың Киров районында “Салют” тип аталған шифахана нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. Проектты тормошҡа ашырыуға ике миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Бында көнөнә 250 кеше ҡабул итерлек реабилитация үҙәге, медицина блогы менән 120 урынлыҡ стационарҙар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынға иҫәпләнгән “Йондоҙ” мәктәбе урынлашҡан. Үҙәктә уҡыу һәм медицина кабинеттары, стационар, спорт һәм гимнастика залдары, бассейн, ижади оҫтаханалар бар, уларҙа ағас эшкәртеү, кулинария, сәскәселек, көршәксе эше менән шөғөлләнеү планлаштырыла. Учреждение биләмәһендә ҡышҡы баҡса, хәрәкәтле уйындар өсөн бер нисә балалар майҙансығы булдырылған. Радий Хәбиров үҙәкте бик кәрәкле һәм мөһим тип атаны. Ул үҙенсәлекле балалар үҫтергән ғаиләләргә ныҡлыҡ теләне һәм был үҙәк уларҙың ауырлыҡтарын еңеләйтер тигән ышаныс белдерҙе. Фото: "Башинформ".