Республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлыҡ тураһында 19 ғариза алынған. Өфөнөң 3-сө полиция бүлегенә 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул интернет селтәрҙәрендә өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеге тураһындағы белдереүҙе күреп, заявка ҡалдырған. Уның менән бәйләнешкә сыҡҡан әҙәмдәр уға инвестиция иҫәбен асырға “ярҙам итәләр” һәм кредит алырға күндерәләр. Мутлашыусыларға ышанып, ҡатын 3 миллион һумдан ашыу кредит ала һәм ике ай дауамында уларҙың иҫәбенә күсерә. Туймазы районы полицияһына алданған 25 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән. Уға берәү, кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәремен тип таныштырып, бәйләнеш хеҙмәтенең килешеүен оҙайтырға кәрәклеген хәбәр итә. Егет уға смс-кодтарҙы әйтә, улар ярҙамында мутлашыусылар егеттең шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инә. Бер аҙ ваҡыттан “банк хеҙмәткәре” шылтырата һәм, йәнәһе лә, килгән заявкаларҙы юҡҡа сығарыу өсөн үҙенә лә кредит алырға тәҡдим итә. Күрһәтмәләрҙе үтәп, егет 2 миллиондан ашыу кредит алып енәйәтселәргә күсерә. Шул уҡ полиция бүлег
Уҙған ялдарҙа мутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергәндәр!
7 октября 20247 окт 2024
1 мин