Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шундай танһыҡ моң!

Матур мәжлестең видеоһында данлыҡлы йырсы һәм ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Таштуры” йыры яңғырай. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Харис Шаһиев башҡара, ә ҡурайҙа Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев уйнай. “Таштуры” йырын Ишмулла Дилмөхәмәтов үҙе тыуып үҫкән Йылайыр районындағы Таштүре ҡаяһына бағышлаған, сөнки уның иң бейек еренә баҫып ҡурайҙа уйнарға, күкрәк тултырып йырларға яратҡан, тиҙәр. Таштуры Таштурыға менеп (баҫып) ҡарар инем, Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға. Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға. Ҡанаттарым булһа, осор инем Талғын елпеп тыуған яҡтарға. Талғын елпеп тыуған яҡтарға. Таштурыҡай, һинең итәгеңдә (Һаҡмар ғынам, һинең буйҙарыңда) Үҫтеме икән (үҫәме икән) ҡырлы ҡурайы? Үҫтеме икән (үҫәме икән) ҡырлы ҡурайы? Төштәремдә ҡайтып бер урайым, Өндәремдә һағынып (йыр) йырлайым. Өндәремдә һағынып (йыр) йырлайым. Фото һәм видео: Әмир Солтангәрәевтең "Бәйләнештә"ге битләүенән.