Найти в Дзене

Ҡурайсылар өмәгә сыҡҡан

Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзалары кипкән ҡурай үләнен йыйырға сыҡҡан. Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүендә хәбәр иткән. "Ошо үҙенсәлекле ҡоралды һаҡлау республика етәкселеге алып барған мәҙәни сәйәсәттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Сәнғәт мәктәптәрендә, урта махсус белем биреү усаҡтарында һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурайҙа уйнарға өйрәтәләр. Уҡытыу әсбаптары нәшер ителә. Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте патенты алынды", – тип яҙған Әминә Ивний ҡыҙы. Министр шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концертына саҡырған һәм программаны бик ҡыҙыҡлы тип баһалаған. Тарихи ваҡиға 10 октябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына уҙа һәм Республика көнөнә арнала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса ойошторолдо. Фото: Әминә Шафиҡо

Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзалары кипкән ҡурай үләнен йыйырға сыҡҡан. Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүендә хәбәр иткән. "Ошо үҙенсәлекле ҡоралды һаҡлау республика етәкселеге алып барған мәҙәни сәйәсәттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Сәнғәт мәктәптәрендә, урта махсус белем биреү усаҡтарында һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурайҙа уйнарға өйрәтәләр. Уҡытыу әсбаптары нәшер ителә. Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте патенты алынды", – тип яҙған Әминә Ивний ҡыҙы. Министр шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концертына саҡырған һәм программаны бик ҡыҙыҡлы тип баһалаған. Тарихи ваҡиға 10 октябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына уҙа һәм Республика көнөнә арнала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса ойошторолдо. Фото: Әминә Шафиҡованың "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүенән.