"Алтай" башта Силәбелә, унан Өфөлә хеҙмәт иткән, Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтендә подполковник дәрәжәһенә тиклем үрләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Типһә тимер өҙөрлөк ир өйҙә түшәмгә төкөрөп ята буламы һуң: туғыҙ йылдан ашыу Мәләүез ашламалар заводында һаҡлау бүлеге начальнигы вазифаһында эшләгән. Мобилизация башланғас, уны Ҡазанға хәрби әҙерлек үтергә ебәрәләр. Өлкән лейтенант вазифаһында штурмлаусылар ротаһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Башта Луганск, аҙаҡтан Авдеевка йүнәлешендә барған ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр отпускаға ҡйтҡан, әле тыуған ҡалаһы Мәләүездә һаулығын нығыта. “Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемдә бар, һәр кемдең йәшәгеһе килә. Шуға ла, иң мөһиме, дошмандың көсөн дөрөҫ баһаларға кәрәк”, - ти “Алтай”. Яуҙарҙың береһендә ҡаты яраланған “Алтай”ҙы иптәштәре алғы һыҙыҡтан алып сыға, беренсе ярҙам күрһәтә. Төрлө госпиталдәрҙә дауаланған баһадир әле тыуған ҡалаһы Мәләүездә һаулығын нығыта, тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Ярҙамдан өҙмәгәне, Янғантау шифаханаһына юллама алып биргәндәре өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына, ҡасандыр бергә уҡыған класташтарына, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшинға, тормош иптәше Светланаға рәхмәтле ул. Ҡазан ҡалаһынан Әлфиә апаһы ҡустыһының хәлен белергә килеп еткән. Бер-береңә терәк булырлыҡ яҡындарың булғанда, тән, йән яралары ла төҙәлер. Донъялар ғына тыныс булһын.