Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсә менән бер йәшлек ҡыҙ юғалған...

3 октябрҙә Өфөлә бер ҡатын бәләкәй балаһы менән өйөнән сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. “Лиза Алерт. Башҡортостан” эҙәрмәндәре 25 йәшлек Анна Әхмәтшина (Черезова) һәм уның бер йәшлек ҡыҙы Диананы эҙләүгә иғлан итте. Ҡатындың билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле. Ул ҡара куртка, аҡ кроссовка, алһыу башлыҡ кейгән. Баланың билдәләре: үҙ әше өсөн нормаль кәүҙәле, сәстәре һары, күҙҙәре зәңгәр. Диана зәңгәр комбинезон, көрән ботинкалар, аҡ башлыҡ кейгән. Уларҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Фото: Лиза Алерт.