Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тимер юлсылар ағас ултыртты

Башҡортостан Республикаһының Иглин урман хужалығында “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһының сираттағы этабы үтте. Ағас ултыртыу тантанаһында “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө тимер юл транспорты техникумы студенттары ҡатнашты. Иглин урмансылары менән берлектә улар асыҡ тамыр системаһы менән ун мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты. “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм ҙур корпорацияларға уларҙың углеродлы эҙен компенсациялауға үҙ өлөшөн индереүен билдәләй. Акция Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр уҙа. Акцияның төп маҡсаты - бөтә ил буйлап етмеш миллион ағас ултыртыу һәм йәмәғәтселектең иғтибарын урмандарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау темаһына йәлеп итеү. – Тиҫтәләгән йылдарҙан һуң бында урман үҫентеләренең йәшел диңгеҙе ҡалҡып сығыр, тип ышанғы килә. Ә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ һәм бүлә-бүләсәләребеҙҙең шундай матурлыҡтан кинәнәсәген аңлау күңелгә бик рәхәт булып китә. Беҙҙең өсөн элекке быуын тырышты, хәҙер беҙҙең арттан сират көтә, - тип билдәләне тимер юлсылар. Башҡортостанда 2024 йылда “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы барышында 1 миллиондан ашыу ағас ултыртыу күҙаллана. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.