Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡала халҡына бүләк – яңыртылған китапхана

Салауат ҡалаһында республикабыҙҙа 18-сеһе булған заманса китапхана асылды. Ул ҡаланың уртаһында тиерлек урынлашҡан үҙәк китапхана нигеҙендә ойошторолған. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. РФ Президенты В. В. Путиндың указы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, учреждениеға заманса төҫ биреү өсөн уның эсе тулыһынса үҙгәртелгән. Хәҙер бында төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн дә уңайлы шарттар бар. Ҡала бюджеты иҫәбенә бинаға капиталь ремонт эшләнгән. Яңыртылған китапхана баҫмаларҙы һаҡлау урыны ғына түгел, ә һанлаштырылған мәҙәни-мәғрифәти үҙәк, тиергә лә була. Бында яҡты уҡыу залдары, балалар һәм йәштәр өсөн урындар, шәхсән эшләү өсөн уңайлаштырылған “Ваҡыт капсулаһы” залы, конференциялар һәм электрон компьютер залдары, инклюзив майҙансыҡ, филателистар клубы, интерактив лабораториялар бар. Китапхананы үҙгәртеп ҡороуға 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Фондҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ике меңдән ашыу яңы төҫлө баҫма алынған, улар араһында илебеҙҙең мәҙәниәте һәм тарихына бағышланған, шулай уҡ милли әҙәбиәттәр авторҙарының китаптары бар. Патриотик темаға яҙылған баҫмалар айырым урынды биләп тора. Китапхананы асыу тантанаһында хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр яңы интерактив йыһаз, бында эш башлаған 15 клуб һәм яңы проекттар менән таныштырған. Фото: cbs-salavat.ru