Найти в Дзене

Аделина Заһиҙуллина Мәскәү студенттары менән осрашҡан

“Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы алдынан Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы студенттарға сағыу мәлдәр бүләк итте. Һүҙ рапирала фехтование буйынса зарядка һәм оҫталыҡ дәрестәре тураһында бара. Сара академияның I курс студенткаһы Милана Ғәлимова башланғысы менән ойошторолған. Идеяны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Финанс һәм тотороҡло үҫеш институтының студенттар советы хуплаған. “Әгәр кеше тыуған ерен яратһа, уның ҡеүәттәре һәм мөмкинлектәре тураһында туҡтауһыҙ һөйләргә әҙер. Башҡортостаныбыҙ таланттарға бай. Республикабыҙҙан сығыусылар араһында күп кенә музыканттар, спортсылар, ғалимдар бар. Октябрҙә тыуған ҡалам Өфөлә “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы үткәрелә. Ошоноң менән бәйле Мәскәүҙә “Чемпион менән зарядка” үткәрергә һәм академия студенттарын башҡорт фехтование мәктәбе менән таныштырырға ҡарар иттем. 2020 йылда Токиола үткәрелгән

“Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы алдынан Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы студенттарға сағыу мәлдәр бүләк итте. Һүҙ рапирала фехтование буйынса зарядка һәм оҫталыҡ дәрестәре тураһында бара. Сара академияның I курс студенткаһы Милана Ғәлимова башланғысы менән ойошторолған. Идеяны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Финанс һәм тотороҡло үҫеш институтының студенттар советы хуплаған. “Әгәр кеше тыуған ерен яратһа, уның ҡеүәттәре һәм мөмкинлектәре тураһында туҡтауһыҙ һөйләргә әҙер. Башҡортостаныбыҙ таланттарға бай. Республикабыҙҙан сығыусылар араһында күп кенә музыканттар, спортсылар, ғалимдар бар. Октябрҙә тыуған ҡалам Өфөлә “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы үткәрелә. Ошоноң менән бәйле Мәскәүҙә “Чемпион менән зарядка” үткәрергә һәм академия студенттарын башҡорт фехтование мәктәбе менән таныштырырға ҡарар иттем. 2020 йылда Токиола үткәрелгән Олимпия уйындарында ҡатнашҡан чемпион, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Аделина Заһиҙуллина идеямды хуплауына шатмын”, - тип уй-тәьҫораттары менән уртаҡлашты Милана Ғәлимова. Оҫталыҡ дәрестәрендә 200-ҙән ашыу студент ҡатнашҡан. Ысын спорт байрамы килеп сыҡҡан, унда һәр кем күңеленә яҡын шөғөл тапҡан. Аделина Заһиҙуллина разминка үткәргән, сығыш яһап күрһәткән һәм оҫталыҡ дәресен үткәргән. Унан һуң Аделина менән аралашыу мөмкинлеге бирелгән. “Студенттарҙы үҙемдең спорт төрөм менән таныштырыуыма шатмын. Ул физик йәһәттән генә түгел, интеллектуаль йәһәттән дә үҫтерә. Студенттар бик әүҙем булды, спорт, шәхси тормош һәм, әлбиттә, сәйәсәт тураһында һорауҙар бирҙе, мине университет менән таныштырҙы. Шул тиклем иһам алдым, хатта үҙем Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы студенты булғым килде”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Аделина Заһиҙуллина. Академия проректоры, Финанс һәм тотороҡло үҫеш институты директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы Андрей Маркович Ирголин был сараның студент йәштәрҙең файҙалы һәм ҡыҙыҡлы сара ойоштора алыуын күрһәтеүен белдергән. “Аделина Заһиҙуллина – Рәсәй йәмғиәтенең сағыу вәкиле, ғәжәп тарихлы уникаль шәхес”, - тип әйткән ул. Сара аҙағында билдәле спортсы менән фотосессия ойошторолған һәм ул автографтар биргән.