1993 йылда Сибай педколледжында сәсәниә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалиә Солтангәрәева менән осрашыу уҙа. Унда бер төркөм студенттар үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерә, ә буласаҡ шағирә Айгөл Ишемғужина ҡобайыр әйтә. – Борон ҡобайыр әйтеүсегә һыйыр йәки йылҡы малы бүләк иткәндәр. Мин һиңә мал вәғәҙә итмәйем, ә көмөш балдағымды бүләк итәм! – ти сәсәниә һәм бармағынан ҡулына тиклем көмөш сынйыр менән уратылған балдағын ысҡындырып, ҡыҙға кейҙерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағирә был бүләкте юғалта. – Эй, балалыҡ, ғәмһеҙлек! Ул саҡта миңә 16 ғына йәш ине. Шул балдаҡты һаҡлай алмауым өсөн йәнем әсей... Илағылар килә ине... – ти Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева. Быйыл Өфөлә уҙған "Китап байрамы" фестивале барышында был тарих матур ваҡиға менән тамамлана. – Уйламағанда кафела Сәсәниә менән осраштыҡ! Уға балдағымды юғалтыуым хаҡында уңайһыҙланып ҡына һөйләнем һәм үҙемдең көмөш балдағымды өрөп кенә биреүен үтендем, ошо балдаҡты уның бүләге итеп ҡабул итергә теләүемде әйттем. Сәсәниә яҙмышым хаҡында һорашты һәм оҙаҡ ҡына матур алғыштар яуҙырып, балдағымды өшкөрөп бирҙе. Шундағы ҡыуаныуым!!! – ти шағирә. Балдаҡ, ысынлап та, һәйбәт итеп өшкөртөлгән, күрәһең, сөнки иртәгәһенә үк Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнә. Фото: Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның шәхси архивынан.