Йәй көндәре етһә халыҡ баҫмаға барып тормай, кисеүҙән генә кисеп сығырҙар ине.
Яңауыл ауылынан Бәҙерниса апайым ҡунаҡҡа ҡайтты. Апайым менән Кесе Эйекте кисеп, арғы яҡҡа Вәхиҙә апайымдарға сығып барабыҙ. Бысылған өйәңкене күреп апайым:
-Был өйәңкегә нисек менеп, нисек бысып төшөрмәк кәрәк! Һыуға йығылып бер ерҙәрен һындырып ҡуйһалар!”-тине ғәжәпкә ҡалып.
-Ботаҡҡа баҫып бысҡандарҙыр, уға нишләп аптырайһың?-тинем мин. Апайым һаман:
-Баштары әйләнмәгән икән?-тип үҙенекен һөйләй. Мин көлөп:
-Күлмәк тегеп бирһәң, өйәңке башына менеп күрһәтәм!”-тинем. Сөнки апайым ауылда танылған тегеүсе ине.
-Мен әйҙә, алып бирәм! Яртыһына етә алырһың микән?-тине көлөп апайым. Тиҙ генә сисендем дә, бесәй кеүек үрмәләп, өйәңке башына менеп тә киттем. (сөнки малайҙар менән бер рәттән, Мәҙинә менән мин генә, шул өйәңке башына менеп, һикереп, һыу инә торған инек.)
Шулай итеп, өйәңкенең бысылған осона менеп баҫтым да, апайыма ҡул болғаным. Апайым:
-Төш, һиңә ҡарап башым әйләнә! Аллам һаҡлаһын, яңғылыш баҫып йығы